Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 18:36

Дистанцияла уҡыуға күсмәйбеҙ!

Һуңғы арала студенттар тағы ла дистанцион уҡыуға күсә, тигән хәбәрҙәр тарала башланы. Был һорауға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова аныҡлыҡ индерҙе:

Һуңғы арала студенттар тағы ла дистанцион уҡыуға күсә, тигән хәбәрҙәр тарала башланы. Был һорауға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова аныҡлыҡ индерҙе:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 2020 йылдың 1 сентябренән 1 ноябргә тиклем юғары уҡыу йорттарының беренсе курс студенттары уҡыу йортонда уҡыһа, башҡа курстар дистанцияла белем алыуға ебәрелде. Шулай уҡ белем биреү процесының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу йүнәлешенең форматын уҡыу йорттары үҙ аллы билдәләне.
Колледждарҙа 5 октябрҙән бөтә курс студенттары ла Роспотребнадзор тәҡдимдәр етди үтәп, дистанцион, электрон алымдарҙы ҡулланып, уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итә. Республика колледждарында санитар- эпидемиологик хәл тотороҡло. Дистанцияла уҡыуға күсереү планда юҡ.
Читайте нас: