Баймаҡ ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә, Ҡуянтау ауылы йүнәлешендә урман яна. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ут 1,5 гектар ерҙе ялмап алған. Әле янғынды туҡтатыуға янғын һүндереү хеҙмәтенән тыш, урындағы халыҡ та сыҡҡан.