АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 10:24

Балаларҙы яҡлау фонды булдырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин Балаларҙы яҡлау фондын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми-хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Балаларҙы яҡлау фондын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми-хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Фондтың төп маҡсаты - балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт көсөн һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын берләштереү, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә шарттар тыуҙырыу. Указға ярашлы фондтың учредителе булып Рәсәйҙең мәғариф министрлығы билдәләнде. Уның составына "Рәсәй балалар фонды һәм "Халыҡ-ара балалар фондтары ассоциацияһы" йәмғиәттәре союзы индерелгән.
Ошо көндәрҙә идара итеү органдары биш йылға фондтың етәксеһен һайлау өсөн кәңәшмә уҙғарыуҙы планлаштырған. Был проектты Рәсәй хөкүмәте финанслаясаҡ.
#В.В.Путин