Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 11:00

Телселәр тәбрикләнде

Кисә Өфөлә Мәғарифты үҫтереү институтында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" республика конкурсында еңеүсе 50 уҡытыусыға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары тапшырылды.

Өфөлә республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары тәбрикләнде.
Конкурс комиссияһы тарафынан 125 уҡытыусының эштәре ҡаралған, уларҙың 77-һе – башҡорт теле, 48-е рус теле уҡытыусыһы. Һөҙөмтәлә эштәре иң яҡшы тип табылған 50 уҡытыусыға 50-шәр мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылды.
- Был аҙна ваҡиғалаларға бай. 5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөн билдәләгәйнек, 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнө. Байрам алдынан республикабыҙҙың дәүләт телдәрен уҡытҡан иң яҡшы педагогтарҙы тәбрикләйбеҙ. Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән һеҙҙе конкурста еңеүегеҙ менән тәбрикләйем һәм баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, яңы ижади уңыштар теләйем, - тине үҙ сығышында республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.
Уҡытыусыларға Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да изге теләктәрен еткерҙе.
- Һеҙ балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекереңде матур итеп әйтергә өйрәтәһегеҙ. Үҙеңде йәмғиәттә лайыҡлы танытыу заман кешеһе өсөн мөһим талап булып һанала. Тел уҡытыусыларынан тыш бының тейешле кимәлдә булыуы мөмкин түгел. Һеҙ классиканы, әҙәбиәтте, йәмғиәтте яратырға өйрәтәһегеҙ, уҡыусыларҙа әҙәп һәм әхлаҡ ҡанундарына нигеҙ һалаһығыҙ, - тип билдәләне министр.
Бүләкләнеүсе уҡытыусылар араһында Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейеның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Мирсәит ҡыҙы Моталлапова һәм Сибай гимназия-интернатының рус теле уҡытыусыһы Әлфиә Марат ҡыҙы Солтанова ла бар.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында”ғы ҡарары “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” БР закондарына ярашлы булдырылды һәм дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
#нацпроекты#миллипроекттар