Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибайҙа булды. Ул мәғариф һәм мәҙәниәт объекттарында барған ремонт эштәре менән танышты, ҡаланың үҫеш преспективаһы мәсьәләләрен ҡараны, Республика көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.