Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 12:00

Шәп нәмә икән ППМИ!

Сибай телевидениеһы коллективы быйыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау—2020” проекты еңеүселәре исемлегендә булып, студияла ремонт эшләүгә өлгәште.

Сибай телевидениеһы коллективы быйыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау—2020” проекты еңеүселәре исемлегендә булып, студияла ремонт эшләүгә өлгәште.
--Ҡала телевидениеһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге бинаһында күптән эшләп килһә лә, офиста ремонт уҙғарылғаны юҡ ине. Бина эсен матурлау, төҙөкләндереүҙән тыш, бүлмәләрҙә эш урындары тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ телевизион программалар яҙҙыу өсөн икенсе студия ремонтланды, яҡтыртыу ҡорамалдары өсөн ферма йыһазландырылды,--ти Сибай телевидениеһы директоры Фәнзил Кәрим улы Әҙелбаев. --PTZ-HD20X3G маркалы 3 камера һәм PTZ-Control пульты һатып алдыҡ. Улар ярҙамында 3 камералағы яҙмалар менән 1 оператор идара итә ала. Сәхнә экраны өсөн видеосигнал биреү, тура трансляция, конференциялар, яңылыҡтар һәм күңел асыу программалары ойоштороу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды.
Яңыртылған Сибай телевидениеһы студияһы блогерҙарҙы, треннингтар ойоштороусыларҙы, күңел асыу сараларын белем биреү каналдарын шәхсән алып барыусыларҙы, онлайн-трансляция уҙғарыу өсөн сифатлы видеоматериалдар әҙерләргә теләүселәрҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра.
Телевидение хеҙмәткәрҙәре башҡаларҙы ла күптән ҡулдары етмәй торған киҫкен мәсьәләләрҙе тап Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы аша әүҙем тормошҡа ашырырға өндәй.