Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 11:47

Дональд Трамп ниңә В.В.Путинды ҡотлауҙан баш тартҡан?

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин 68 йәшен билдәләй. Ул 1952 йылда Ленинградта тыуған.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин 68 йәшен билдәләй. Ул 1952 йылда Ленинградта тыуған.
Рәсәй лидерының мәғлүмәт сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, көндөң тәүге яртыһын Президент эске мәсьәләләргә ҡағылышлы дәүләт эштәре менән мәшғүл буласаҡ, шулай уҡ сит илдәр етәкселәре менән телефон аша бәйләнешкә сығыу ҡаралған.Тик ниңәлер АҠШ Президенты Дональд Трамп ҡына Рәсәй лидерын ҡотлау теләген белдермәгән.
Президентҡа нимә бүләк итәләр икән? Песков әйтеүенсә, Владимир Путин алған иң үҙенсәлекле бүләктәр – ике айлыҡ Уссури юлбарыҫы балаһы, Мономах кәпәсенең күсермәһе, тере крокодил. Юлбарыҫ балаһын Президент Геленджиктағы "Сафари-парк"ына тапшырған. Бүләктәрҙең күпселеге ил башлығы китапханаһында һаҡлана.
#ВВПУТИН