АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 22:00

Белоретта кедр ағастары ултыртылды

Рәсәй Президенты Владмир Путиндың тыуған көнө уңайынан Мәскәү, Петербург, Грозный, Севастополь, Новосибирск, Донецк, Кузнецк ҡалалары менән берлектә Башҡортостандың Белорет районында ла 68 кедр ағасы үҫентеләре ултыртылды.

Рәсәй Президенты Владмир Путиндың тыуған көнө уңайынан Мәскәү, Петербург, Грозный, Севастополь, Новосибирск, Донецк, Кузнецк ҡалалары менән берлектә Башҡортостандың Белорет районында ла 68 кедр ағасы үҫентеләре ултыртылды. Был акцияла Урман хужалығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары вәкилдәре, йәш армеецтар, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, мотоциклистар һәм йәштәр ойошмалары ҡатнашты.
Республика көнөндә Белорет районында тағы ла 12 мең ҡарағай ултыртыласаҡ. Сараның инициаторҙары - Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм “Төнгө бүреләр” мотоклубы. Ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мотоклуб лидеры Александр Залдастановты саҡырҙы.
Ағастар күптән түгел янғындан ҙур зыян күргән урман майҙандарында ултыртыласаҡ.Был акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығына һәм Республика көнөнә арнала.