Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 11:00

"Ҡаhым түрә ҡунаҡҡа саҡыра"

Стәрлетамаҡ районында "Ҡаhым түрә ҡунаҡҡа саҡыра" тарихи башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың III төбәк-ара фестиваль-конкурсы тамамланды. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы онлайн форматта үткән бәйгелә республиканың 23 ҡала һәм районынан, күрше Ырымбур өлкәһенән 50 конкурсант ҡатнашты.

16 йәшкә тиклемге бәйгеселәр араһында Сибай сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ильяс Кинйәбулатов – I, Ғаяз Танһыҡҡужин II дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды. Һәләтле малайҙарҙы сараға уҡытыусылары Илмир Амур улы Нәҙерғолов әҙерләгән.
Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!