Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 21:35

Һылыулығың шул саҡлы...

5 октябрҙә «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг Сибай ҡалаһында үтте. Унда Урал аръяғының Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла райондарынан сибәркәйҙәр мөмкинлектәрен һанап ҡараны.Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 10-сы класы уҡыусыһы Шәүрә Яхина гран-при яуланы. Шәүрә ҡаланың Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгендә эшләп килгән “Ете ҡыҙ” матурлыҡ һәм ҡул эштәре сәнғәте студияһында шөғөлләнә. Төбәк һылыуҡайы тажын кейгән ҡыҙ Өфөлә 7 ноябрҙә үтәсәк гүзәллек бәйгеһенең икенсе турында Сибай ҡалаһының ғына түгел, тотош Урал аръяғы намыҫын яҡлаясаҡ.

Туған телде, милли йолаларҙы, традицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында 3 декабрҙә Өфө ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы уҙасаҡ.
Ошо уңайҙан йыл да үтеп килгән «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг иғлан ителде. Быйыл матурлыҡ бәйгеһе беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтә.
Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим.
Конкурс 3 этаптан тора. 7 ноябрь – үҙәк биләмә (Өфө ҡалаһы, Благовещен, Благовар, Бөрө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман, Өфө, Шишмә, Архангель райондары).
Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы.
II этап – финалға һайлап алыу туры Өфө ҡалаһында 7 ноябрь көнө уҙасаҡ.
Титулға һәм тажға эйә булыусы исеме 3 декабрь Өфө ҡалаһында билдәләнәсәк. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix каналы.
5 октябрҙә «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг Сибай ҡалаһында үтте. Унда Урал аръяғының Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла райондарынан сибәркәйҙәр мөмкинлектәрен һанап ҡараны.
Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 10-сы класы уҡыусыһы Шәүрә Яхина гран-при яуланы. Шәүрә ҡаланың Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгендә эшләп килгән “Ете ҡыҙ” матурлыҡ һәм ҡул эштәре сәнғәте студияһында шөғөлләнә. Төбәк һылыуҡайы тажын кейгән ҡыҙ Өфөлә 7 ноябрҙә үтәсәк гүзәллек бәйгеһенең икенсе турында Сибай ҡалаһының ғына түгел, тотош Урал аръяғы намыҫын яҡлаясаҡ.
--Тамырҙарым Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылындағы Хәсәновтар ғаиләһенә барып тоташа. Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ике тапҡыр Рәсәй ғаиләһе, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты булып танылған Хәсәновтар ансабленҽң өсөнсө быуын вәкилҽмен,--тине Шәүрә үҙе менән таныштырып.
Жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡыҙҙың башҡортса матур һөйләшеүен, нәҫел-нәсәбен яҡшы белеүен хупланы. Яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Ғаззали улы башҡорт һылыуҡайҙарын бөтә Рәсәй буйлап бөртөкләп йыйғандан һуң туған телдә иркен аралашҡан, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белгән, рухлы сибәркәйҙәр тик Урал аръяғында булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.