Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 19:40

Эскелек һәләкәткә илткән

Бөгөн төндә Баймаҡ районында аяныслы хәл теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юл трассаһының 150-се километрында авария булған. "Митсубиши Лансер" автомобиле артында ултырған 26 йәшлек водитель алға уҙғанда юлда ыңғай барған "Фольксваген Каравелле"машинаһының ҡабырғаһына һуғылған.

Бөгөн төндә Баймаҡ районында аяныслы хәл теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юл трассаһының 150-се километрында авария булған. "Митсубиши Лансер" автомобиле артында ултырған 26 йәшлек водитель алға уҙғанда юлда ыңғай барған "Фольксваген Каравелле"машинаһының ҡабырғаһына һуғылған. Бәрелеүҙән һуң "Фольксваген" автомобиле ситкә оса һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, машина салонындағы 47 йәшлек Хәйбулла районынан булған пассажир ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Асыҡланыуынса, уның водителе транспортҡа идара итеү рөхсәт таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған һәм иҫерек килеш руль артына ултырған.
Һуңғы ике көндә республика юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булған пассажирҙарҙың барыһы ла эскән килеш транспортҡа идара итеүселәрҙең автомобиленә ултырыу сәбәпле, ғүмерҙәре өҙөлгән. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: спиртлы эсемлектәр ҡулланып, руль артына ултырмағыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар
Кәримә Усманова.
Фото: ЮХХДИ