АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 11:09

Ағас орлоҡтары әҙерләнә

2020 йылда ғына бында 89,9 мең гектар майҙанда 527 янғын теркәлгән.

Рәсәй Президенты В.В. Путин инициативаһы менән булдырылған "Экология" милли проекты сиктәрендә 2021 йылда Бүрәт Республикаһына ағас орлоҡтарын әҙерләүгә 1,2 млн һум аҡса бүленәсәк. Былар барыһыла киң масштаблы урман янғындарынан һуң уны тергеҙеү өсөн эшләнелә. Быйыл республикала ҡарағай һәм ҡарағас ағастары орлоҡтарын әҙерләү башланған. Шулай уҡ 1,1 мең гектар майҙанға 4 миллионға яҡын йәш үҫентеләр ултыртыу ҡаралған.
Әйткәндәй, Бүрәт Республикаһында урман яныуы - иң киҫкен проблемаларҙың береһе. 2020 йылда ғына бында 89,9 мең гектар майҙанда 527 янғын теркәлгән. Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре – йәшен һәм кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы.
#ВВПУТИН