Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 11:35

Ситкә һатыу тыйылырмы?

Рәсәй Президенты В.В.Путин урман комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Рәсәй Президенты В.В.Путин урман комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Был турала”РИА новости” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Кәңәшмә барышында ил башлығы эшкәртелмәгән ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙы илдән сығарыуҙы туҡтатырға ҡушты.
“Был өлкәлә бер ниндәй ҙә криминал булмаһын өсөн ағас киҫелгәндән алып әҙер продукция булдырылғанға тиклем Рәсәйҙә эшләнергә тейеш,”-тине В.В.Путин
Ағас сығарыуҙы тыйыу 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.
#ВВПУТИН