Социаль контракт нигеҙендә граждандарға дәүләт социаль ярҙам механизмын үҫтереү — осрашыуҙың төп темаһы булды. Бынан тыш Covid-19-ға ҡаршы вакцина һалыуға әҙерлек, шулай уҡ грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы барышы, синыф етәкселеге өсөн уҡытыусыларға түләүҙәр, башланғыс синыф уҡыусыларын ҡайнар аш менән бушлай тәьмин итеү хаҡында етди һөйләшеү булды.