“Мәғариф” милли проектына ярашлы илебеҙ төбәктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асылыу дауам итә. Былтыр Баймаҡ районының Урғаҙа, Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Темәс мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” эшләй башлаһа, быйыл Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 3-сө мәктәптәрендә лә ошондай уҡ үҙәктәр үҙ ишектәрен асты. Майҙансыҡтар уҡыу һәм проект эшмәкәрлеге сиктәрендә юғары технологиялы, заманса белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Уҡыусылар заманса 3D-принтерҙарын, компьютер программаларын үҙләштерә, квадрокоптерҙар менән идара итә, фотокамералар менән эшләргә өйрәнә, шахмат серҙәренә төшөнә, медиа продукциялар булдыра.
--Заманса үҙәктә фәҡәт һөҙөмтәле эштәр, күркәм ғәмәлдәр башҡарылыр. Киләсәктә районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай йәштәр үҫеп сығырына ышанабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар, яңы ижади үрҙәр теләйем!--тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Әминев, үҙәкте тантаналы асҡанда.