Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 10:54

Тажлы вирустан һаҡланайыҡ!

Хәүеф бар, ул бик ҡурҡыныс. Шуға күрә, үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ!

Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында Президент В.В.Путин пандемияға ҡаршы көрәш дауам итеүен һәм һаҡланыу сараларын ситкә ташларға иртәрәк икәнен тағы бер тапҡыр иҫкәртте.
“Бөгөн был ҡурҡыныс киҙеү тураһында яҡшыраҡ беләбеҙ. Иҫкәртеү эштәре алып барылыуҙы ла күреп, ишетеп торабыҙ. Иҡтисад өсөн дә, халыҡ өсөн дә ауыр булған сикләнеү сараларын ҡабатламаҫ өсөн, бөгөн бөтә көстө инфекцияның артабан таралмауына ҡаршы йүнәлтергә тейешбеҙ. Хәүеф бар, ул бик ҡурҡыныс. Шуға күрә, үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ,” – тине ил башлығы.
#ВВПУТИН