АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 21:03

Тәжрибә уртаҡлаштылар

Бөгөн Башҡортостан Республикаһына Бүрәт республикаһы хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Луковник Евгений етәкселегендә делегация килде.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһына Бүрәт республикаһы хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Луковник Евгений етәкселегендә делегация килде. Ҡунаҡтар коронавирус инфекция менән көрәштә тәжрибә уртаҡлашты, шулай уҡ ваҡытлыса инфекцион клинико-диагностика үҙәгенең төҙөлөш комплексы менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙе. Делегаттарҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин инфекцион үҙәктә барған төҙөлөш, заманса ҡорамалдар, эш шарттары менән яҡындан таныштырҙы.
Бүрәт республикаһы вәкилдәре медицина үҙәгенең төҙөлөшөн, заманса ҡорамалдар ҡулланыуҙы юғары баһаланы.
Әйткәндәй, Зубово паркында урынлашҡан госпитәлдең дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил итә, ул бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлдө.