Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 21:43

Иғтибар, тағы ла үҙгәрештәр!⠀

Пандемия ваҡытында еңелләштерелгән ҡағиҙәләр киренән үҙ көсөнә инә.

1.Пандемия ваҡытында еңелләштерелгән ҡағиҙәләр киренән үҙ көсөнә инә.
*Балаларға түләүҙәр алыу өсөн ғариза яҙырға һәм документтар йыйырға тура киләсәк. Быға тиклем беренсе балаға бер йәки ике йәш тулғанда айлыҡ пособие автоматик рәүештә оҙайтылһа, 2 октябрҙән бының өсөн ғариза яҙырға һәм документтар килтерергә кәрәк.⠀
*Эшһеҙлек буйынса пособие, пандемия ваҡытында индерелгән эшһеҙҙәргә ярҙам саралары (шәхси эшҡыуарҙар өсөн 12130 һум пособие, эшһеҙлек буйынса пособие түләү срогын оҙайтыу) туҡтатыла.
*Инвалидлыҡты билдәләү тәртибе лә үҙгәрҙе, бының өсөн йәшәгән төбәктең медицина үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.
*ОСАГО полисын алыр өсөн диагностик карта кәрәк буласаҡ.
*Торлаҡ коммуналь хужалығы субсидиялары башҡаса автоматик рәүештә оҙайтылмай.
2.⠀Кафе һәм ресторандарҙа кальян ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Улар өсөн айырым урындар билдәләнә. Бында эсемлектәр һәм ашамлыҡтар һатылмаясаҡ.
3.Йәмәғәт транспорттарында, вокзалдарҙа хәйер йыйыу тыйыла.
4.Октябрь аҙағында ҡағыҙ йә электрон хеҙмәт кенәгәһен һайлауҙың ваҡыты тамамлана.
5.Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыу процедураһы еңелләштерелә.⠀
Читайте нас: