Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы ултырышында милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеүҙе һәм был өлкәлә өлгәшкән ҡаҙаныштарҙы күрһәтеүҙе һораны. Ил башлығы белдереүенсә, проекттарҙың һәр береһе мөһим һөҙөмтәгә ирешергә тейеш.
“Хәҙерге ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһында милли проекттарҙың маҡсаты һаҡланып ҡала, уларҙы тормошҡа ашырыу дауам ителәсәк”,-тине В.В.Путин.
Артабан ил башлығы төп стратегик йүнәлештәрҙе билдәләп үтте: “Граждандарҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау”, “Йәшәү өсөн хәүефһеҙ мөхит һәм уңайлы шарттар булдырыу”, “Иҡтисадты нығытыу һәм граждандарҙың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлектәр асыу». Был йүнәлештәрҙә эшләгәндә һанлы технологиялар ҡулланыуҙы, киләһе йылда бар йүнәлештәр буйынса ла алға китештәргә өлгәшеүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.