Рәсәй Президенты В.В.Путин телефон аша Әрмәнстан премьер-министры Николай Пашинян менән Таулы Ҡарабах төбәгендә ҡабынған ҡораллы бәрелеш тураһында һөйләште.
Әзербайжандың Оброна министрлығы белдереүенсә, Ҡарабах сигендә әрмән хәрбиҙәре атыш ойошторған. Был бәрелештә ябай граждандар, шулай уҡ 500-гә яҡын хәрби һәләк булған.
Рәсәй етәкселеге үҙ сиратында һуғыш сығыуына бәйле борсолоуын һәм хәҙер барлыҡ көстө хәлде артабан киҫкенләштеремәүгә йүнәлтергә кәрәклеген белдерҙе.