Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 13:36

“Фронтовик әхирәттәр” аллеяһы булдырылды

“Йәшел Башҡортостан”, Геройҙар аллеяһы” акцияһы сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Федор Иванович Белов урамында "Фронтовик әхирәттәр" аллеяһы барлыҡҡа килде.

“Йәшел Башҡортостан”, Геройҙар аллеяһы” акцияһы сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Федор Иванович Белов урамында фронтовик әхирәттәр аллеяһы барлыҡҡа килде. Сибай ҡалаһында тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән “Фронтовик әхирәттәр” клубында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡала һәм ҡала округы Советы депутаттары, ойошма етәкселәре, йәмәғәтселәр, “Йәш армеецтар” клубы тәрбиәләнеүселәре миләш һәм алма ағастары ултыртты. Һәр ағасҡа клубта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар-һуғыш ветерандарының исеме яҙылған табличкалар эленде.