Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 14:14

Ярҙам итеү акцияһы башланды

24 сентябрҙән «Башҡортостан продукты – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән» «Берҙәм Рәсәй» аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү акцияһы башланды.

24 сентябрҙән «Башҡортостан продукты – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән» «Берҙәм Рәсәй» аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү акцияһы башланды. Был юлы аҙыҡ-түлек йыйылмалары I төркөм инвалидтарына һәм 75-79 йәштәге өлкән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.
“Был йыйылмаларҙы таратыу өсөн махсус исемлек төҙөлдө, уны 1,5 мең артыҡ кеше аласаҡ. Ауыр хәлгә ҡалған граждандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә ала. Бының өсөн 8-800-201-89-03 телефон номеры аша колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мәғлүмәт тикшерелгәндән һуң, ирекмәндәр ҡалдырылған адресҡа аҙыҡ-түлек йыйылмаһын килтерәсәк,” - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.