АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 11:10

Таулы урамын ҡарағайҙар биҙәй

Сибай ҡалаһында йәшәүселәр акцияға 25 сентябрҙә үк ҡушылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре 5-се мәктәп уҡытыусылары менән берлектә Таулы ҡасабаһындағы ҡалаға нигеҙ һалыусыларға арналған скверҙа 50 төп ҡарағай ултыртты. Сарала ҡатнашыусылар бер юлы биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, үҫентеләргә һыу ҡойҙо. Филиалдың генераль директоры Алексей Ишимов белдереүенсә, биләмәне артабан да йәшелләндереүҙәрен һәм төҙөкләндереүҙәрен дауам итәсәктәр.Бөгөн иһә Сибайҙа “Фронтташ әхирәттәр” аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Яу юлы үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән клуб үҙәк китапхана ҡарамағында оҙаҡ йылдар эшләп килә. Әлеге көндә әхирәттәрҙең йәштәре күптән 90-ды үткән бер нисәүһе генә иҫән. БДУ-ның Сибай институты алдында барлыҡҡа киләсәк яңы аллеяла клубтың һәр ағзаһына бағышлап алмағастар һәм миләштәр ултыртыласаҡ.

Матур йолаға әүерелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы Бөтә Рәсәй “Йәшел Рәсәй” экологик шәмбеһе сиктәрендә үткәрелә.
19 сентябрҙә, Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә уҙғарылған “Йәшел Рәсәй” экологик акцияһы республикала йәшәгән кешеләрҙең барыһын да берҙәм тупланы. Экологик шәмбе ваҡытында тәбәктәге 700 гектар майҙанда дүрт кубометрға яҡын сүп-сар йыйылды һәм полигондарға ташылды. #Эшләйбеҙ2020 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән туғыҙ мең ойошманы, дүрт меңдән ашыу ирекмәнде берләштерҙе. Был эшкә ике меңдән ашыу техника йәлеп ителде. Тәбиғәт биләмәләрен, йылға, күл, быуа буйҙарын таҙартыуға айырым иғтибар бүленде.
26 сентябрь – был акцияның иң мөһим көнө. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында вайымһыҙ булмаған кешеләр, уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ағас ултырта. Ошо уҡ көндө “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы” акциялары сиктәрендә төп сараларҙың үткәреүе планлаштырылған.
Көҙ акцияны үткәреү осоронда барлығы 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ. Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
– Республиканы юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип атамайҙар. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы күптәрҙе йәлеп итә. Беҙгә ыңғай тәьҫораттар алыу һәм урындағы матурлыҡ менән һоҡланыу өсөн күп туристар килә. Тәбиғәт – ул урындағы халыҡ һаҡсыл ҡарашта булған байлыҡ. Шуға республикала экологик шәмбеләрҙә ҡатнашыу һәм йәшел үҫентеләр ултыртыу абруйлы ғәмәлгә, модаға әйләнде. “Йәшел Башҡортостан” “Йәшел Рәсәй”ҙән айырыла алмай! – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән саралар үткәрелгән майҙандарҙың барыһында ла хәүефһеҙлек саралары ҡаралған: бирсәткәләр, битлектәр, ҡул йыуыр өсөн һыу, таҙартыу саралары, антисептиктар буласаҡ, социаль арауыҡ һаҡланасаҡ.
Сибай ҡалаһында йәшәүселәр акцияға 25 сентябрҙә үк ҡушылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре 5-се мәктәп уҡытыусылары менән берлектә Таулы ҡасабаһындағы ҡалаға нигеҙ һалыусыларға арналған скверҙа 50 төп ҡарағай ултыртты. Сарала ҡатнашыусылар бер юлы биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, үҫентеләргә һыу ҡойҙо. Филиалдың генераль директоры Алексей Ишимов белдереүенсә, биләмәне артабан да йәшелләндереүҙәрен һәм төҙөкләндереүҙәрен дауам итәсәктәр.
Бөгөн иһә Сибайҙа “Фронтташ әхирәттәр” аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Яу юлы үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән клуб үҙәк китапхана ҡарамағында оҙаҡ йылдар эшләп килә. Әлеге көндә әхирәттәрҙең йәштәре күптән 90-ды үткән бер нисәүһе генә иҫән. БДУ-ның Сибай институты алдында барлыҡҡа киләсәк яңы аллеяла клубтың һәр ағзаһына бағышлап алмағастар һәм миләштәр ултыртыласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас: