Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 14:46

Экологик өмәләр үтә

2020 йылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтәсәк.

2020 йылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтәсәк. 19 сентябрҙә уҙғарылған ҙур экологик өмә бөтә республика халҡын бер командаға берләштерҙе. Төбәктең 700 майҙанында 4 мең куб.м. сүп-сар йыйып алынды. Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә 95 мең кеше ҡатнашты, шулай уҡ өмәгә 9 мең ойошма, 4 меңдән ашыу волонтер ҡушылды. 2 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителде. Йылға, күл, быуа ярҙарын таҙартыуға айырым иғтибар бирелде.
26 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм райондарында мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республика власы органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ағастар ултырта.