Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 11:00

Яңы вакцина теркәлә

Был турала NEWS.ru портталы хәбәр итә.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Федерация Советы ағзалары алдында сығыш яһағанда, тиҙҙән коронавирус инфекцияһына ҡаршы тағы ла бер вакцина теркәләсәгәе тураһында белдерҙе. Был турала NEWS.ru портталы хәбәр итә. Вакцина «Вектор» үҙәгендә эшләнгән, уға 27 июлдән бирле клиник тикшереү уҙғарыла.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны донъяла беренселәрҙән булып 2021 йылда Лондонда тикшереп ҡарамаҡсылар. Бының өсөн прививка алған кешегә инфекцияны махсус рәүештә йоҡтороп, организмдың уға ҡаршы тора алыуы тикшерелә. Вакцинаны үҙҙәрендә һынап ҡарауға ике меңдән ашыу ирекмән ризалығын белдергән. Улар араһынан йөҙгә яҡын кеше һайлап алынасаҡ.
#ВВПУТИН
Читайте нас: