Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:00

Яңы онлайн-сервис булдырыла

Владимир Путин Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Олег Скуфинский менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Владимир Путин Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Олег Скуфинский менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Ведомство етәксеһе ил башлығына ер биләмәләрен рәсмиләштереү буйынса онлайн-сервис булдырыу проекты менән таныштырҙы.
— Ике ай эсендә торлаҡ төҙөлөшөнә йәлеп итерлек бөтә ер участкалары тураһында ярайһы ғына мәғлүмәт йыйылды. Бындай биләмәләр — 107 мең гектарҙан ашыу майҙансыҡта 5 мең 560. Ә беҙҙең милли проектта — 50 мең гектар. Бөгөнгө ваҡытта торлаҡ төҙөлөшөнә ерҙәрҙе йәлеп итеү буйынса ике тапҡыр запас булдырылды, - тине Олег Скуфинский.
Был пилотлы проект 2021 йылдан Рәсәйҙең дүрт төбәгендә эшләй башлаясаҡ.
#ВВПУТИН