Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:00

Халыҡ үтенесе үтәләсәк

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев етәкселегендәге делегация эшләне. 2021 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы бер нисә юл участкаһы ремонтланасаҡ, күперҙәр һалынасаҡ.

Баймаҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгәндә халыҡ юлдарҙың насар булыуы, уларҙы төҙөкләндереү мөһимлеге хаҡында белдергәйне. Ошо көндәрҙә районда Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев етәкселегендәге делегация эшләне. 2021 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юлының 127 саҡрымындағы Темәс ауылы эргәһендәге күперҙе ремонтлау, Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер төҙөү планлаштырыла. Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юлының 168-155 саҡрымындағы (Һаҡмар ауылы эргәһендәге), Сибай-Кусей-Хәлил юлының Беренсе Төркмән-Күсей участкаларын ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ делегация Баймаҡ-Аҡморон-Йомаш-Ярат юлдарының торошон ҡараны һәм был һорауҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк «Төҙөлөш сәғәте» форматындағы кәңәшмәгә индерергә тигән ҡарар сығарҙы.
#нацпроекты#миллипроекттар