Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 11:31

Журналистарҙың эше юғары баһаланды

Рәсәй Президенты В.В.Путин «Бөтә Рәсәй – 2020» журналистар форумында ҡатнашты.

Рәсәй Президенты В.В.Путин «Бөтә Рәсәй – 2020» журналистар форумында ҡатнашты.
“Киң масштаблы бындай форумдар ойоштороу профессиональ кимәлдә көнүҙәк проблемалар тураһында фекер алышыу, тәжрибә, ижади табыштар менән уртаҡлашыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларын камиллаштырыу һәм үҫтереү майҙансығы ла булып тора. Әлбиттә, Рәсәй журналистарының Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы йыйған мәғлүмәттәрен лайыҡлы билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың ил тарихын һаҡлап ҡалыуҙағы һәм балаларға патриотик тәрбиә биреүҙәге ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, -тине ил башлығы.
#ВВПУТИН
Читайте нас: