Башҡортостан COVID-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе партияһын алды
Һүҙ Гамалея исемендәге үҙәк уйлап тапҡан Спутник V вакцинаһы тураһында бара. Ул ике йылға ковидҡа иммунитет булдырырға һәләтле, тип ышандыра ғалимдар.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, иң тәүҙә ковидҡа ҡаршы прививканы медиктарға эшләйҙәр. Етештереү артыу һәм тикшереүҙәр тамамланыу менән күпләп яһау башлана.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә 21 сентябрҙә дарыуханаларға коронавирусты дауалау өсөн тәүге препарат - «Арепливир» килтерелә башлауы билдәле булды. Уны рецепт буйынса бирәләр, ә бер ҡабы 12320 һум тора.