Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 13:45

БАЙРАМҒА ӘҘЕРЛЕК

Был көндө тантаналы, күләмле мәҙәни, спорт саралары үтә. Планға ярашлы йәрминкә, күсмә байрам сауҙаһы ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы 11 октябрь—Республика көнөн уҙғарыу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи порталда донъя күргән.
Сараға әҙерлек һәм уны уҙғарыу Александр Сидякин етәкселегендәге ойоштороу комитетына ҡушылған. Урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын, ихаталарҙы Рәсәй һәм республика дәүләт символикаһы менән биҙәүҙе урындағы муниципалитет тәьмин итергә тейеш.
Был көндө тантаналы, күләмле мәҙәни, спорт саралары үтә. Планға ярашлы йәрминкә, күсмә байрам сауҙаһы ойошторола.
Эске эштәр министрлығы йәмәғәт тәртибен контролгә алып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы.
Быйыл 11 октябрь ял көнөнә тура килә. Шуға ла дүшәмбе, йәғни 12 октябрь, өҫтәлмә ял көнө булып иҫәпләнә.