Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 11:36

"Себер көсө — 2" проекты ниндәй статуста?

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты. Осрашыу барышында газ селтәренең көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге, төбәктәрҙә “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү мәсьәләләре һәм "Себер көсө — 2" проекты буйынса фекер алыштылар.
— Бөгөнгө көндә Рәсәй Федерацияһының 76 субъектын газ менән тәьмин итеү буйынса биш йыллыҡ программаның әҙерлеген тамамлайбыҙ. Алдағы биш йылда, йәғни 2025 йылда Рәсәйҙең тағы ла 24 субъектында тулыһынса газ үткәреүҙе тамамлау планлаштырылған. Быйылғы йыл һөҙөмтәләрен иҫәпкә алғанда киләсәк биш йыл эсендә 35 субъект газ менән тәьмин ителәсәк. , — тип белдерҙе Алексей Миллер.
"Себер көсө — 2" проекты көнбайыш менән көнсығышты газ транспорты ҡеүәте менән тоташыу - берҙәм система булдырыу мөмкинлеген аса. Был Көнсығыш Себер һәм Байкал Аръяғына газ үткәреү өсөн уңайлыҡтар булдырасаҡ.
#ВВПУТИН
Читайте нас: