Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 11:25

Әсәлек капиталы арттырыла

2021 йылда Әсәлек (ғаилә) капиталы 4%-ҡа индексацияланасаҡ

2021 йылда Әсәлек (ғаилә) капиталы 4%-ҡа индексацияланасаҡ. Был түләү беренсе балаға 485 282 һум, икенсе балаға, беренсеһе 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған булһа - 641 282 һум буласаҡ. Был турала Пенсия фондының 2021 һәм 2022-2023 йылдарҙың бюджет проектында асыҡлыҡ индерелде.
«Әсәлек капиталы өсөн сығымдар балалар тыуыуының үҫеш темптарынан сығып билдәләнә. Шулай уҡ, быға тиклем беренсе балаға әсәлек капиталы алынған осраҡта 2021 йылда икенсе балаға өҫтәмә 156 000 һум аҡса түләнәсәк”, -тип яҙылған документта.
Рәсәй пенсия фондының бюджет проекты буйынса 2022 йылда Әсәлек капиталы беренсе балаға 504 693 һум, икенсеһенә 666 933 һум буласаҡ. 2023 йылда был түләү беренсе балаға - 524 881 һум, икенсегә -693 610 һумға тиклем күтәреләсәк.
2020 йылдың 15 апреленән Әсәлек капиталы автоматик рәүештә билдәләнә. Рәсәй пенсия фонды мәғлүмәтте Гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу органдары реестрынан аласаҡ. Дәүләт хеҙмәте порталындағы әсәнең шәхси кабинетына, йә телефон номерына түләү тәғәйенләнеүе тураһында иҫкәрмә ебәрелергә тейеш.
#ВВПУТИН