Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 11:21

Уртаҡ проекттар тиҙҙән ғәмәлгә ашасаҡ

Етәкселәр дүрт сәғәт дауам иткән һөйләшеү барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе һәм стратегик партнерлыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләре тураһында фекер алышты.

Кремль матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Белоруссия Президенты Александр Лукашенко менән 14 сентябрҙә Сочиҙа эшлекле осрашыу уҙғарған. Етәкселәр дүрт сәғәт дауам иткән һөйләшеү барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе һәм стратегик партнерлыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Шулай уҡ төп темаларҙың береһе булған - сауҙа, иҡтисад, энергетика һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары ҡаралды.
Әйткәндәй, Белоруссия – Рәсәйҙең стратегик союздашы. Был турала Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәсәте концепцияларында билдәләнгән, Минск менән стратегик хеҙмәттәшлекте киңәйтеү курсы раҫланған.
#ВВПУТИН