АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 21:30

Салауатта водород етештерелә башланы

Бөгөн “Газ. Нефть. Технологиялар – 2020” күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә алымында “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә водород етештереү буйынса яңы ҡулайламаның эшенә старт бирҙе.

Заманса ҡулайлама компанияның нефть эшкәртеү заводын яңыртыуҙың күләмле программаһына ярашлы ғәмәлгә индерелде. Уны ҡеүәте – сәғәтенә 25 мең кубометр водород етештереү. Йәмғиәттең генераль директоры Айрат Кәримов әйтеүенсә, проектҡа 8,5 миллиард һум инвестиция һалынған. Предприятиела 43 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
– “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә яңы производстволарҙы сафҡа индереү яҡшы йолаға әүерелде. Бөгөн беҙ “Газпром нефтехим Салауат”та водород етештерә башлайбыҙ. Бынан ары беҙҙең бензин илдә иң яҡшыһына әүереләсәк, тип рәсми рәүештә белдерә алам, – тине Радий Хәбиров.
Ҡулайламаны эшкә ҡушыу тантанаһынан һуң республика Башлығы ошо инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән белгестәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: