АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 11:10

“Сәләмәтлек” автопоезы—Урал аръяғында

Сибай үҙәк дауаханаһы табиптары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы булдырылған “Сәләмәтлек” автопоезының мобиль үҙәге составында Баймаҡ районы халҡын ҡабул итеүҙәрен дауам итә. Кисә белгестәр Күсейҙә булһа, бөгөн Яратта, иртәгә Темәстә эшләйәсәк.

Быға ҡәҙәр улар Баймаҡ ҡалаһында, Урғаҙа, Иҫке Сибайҙа тикшереүҙәр уҙғарған. 10 сентябрҙә старт алған акция һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән тағы 3 көнгә оҙайтылған.
Акция барышында ауылдарҙа Белореттан килгән күсмә флюорограф һәм маммограф, кардиоүҙәктең модулле, Республика клиник дауаханаһының диагностик комплекстары, Сибай ҡалаһының күсмә сәләмәтлек үҙәге эшләй. Халыҡты урында Республика клиник дауаханаһынан, кардиоүҙәктән, Сибайҙан килгән терапевт, онколог, акушер-гинеколог, хирург, офтальмолог, кардиолог, УЗИ диагностикаһы табибы, педиатр, эндокринолог ҡабул итә. Кешеләр шулай уҡ холестерин, глюкозаға анализдар тапшыра, спирометрия, ЭКГ-тикшеренеү үтә.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: