Өфөнөң 21-се клиник ҡала дауаханаһы табиптары бик уникаль операция эшләгән. Баймаҡ районынан 39 йәшлек ирҙең аяғының өҙөлгән сирағын ҡайтанан теккәндәр. Бәхетһеҙ осраҡ бесән мәлендә теркәлгән. Ир ат сапҡысы менән сабып йөрөгәндә, аңғармаҫтан сирағы тирәһенән аяғын өҙә саба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе оҙаҡ ваҡыт бесәнлектә яңғыҙ була, күп кенә ҡанын да юғалта.
21-се клиник ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев белдереүенсә, тегелгән урын яҡшы уңалған, пациент бер айҙан һуң үҙаллы атлай башлаған. Ул шулай уҡ мөмкин булмағанды эшләүсе, үҙ эшенең оҫталары булған аҡ халатлыларҙың исем-шәрифен дә атаған. Улар- ҡан тамырҙары хирургия бүлеге мөдире Сәғит Казбулатов, Денис Юлдашев, травмотологтар Артур Нухов, Денис Айидов, анестизист Гөлназ Ғәдиятуллина, операция шәфҡәт туташы Динара Ниғмәтуллина.