Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы ирекле янғын һүндереү командаһы үҙ ҡарамағына янғын һүндереү цистернаһы алды. Янғын һүндереүсе подразделениелар килгәнсә тәүге янғын һүндереү-ҡотҡарыу буйынса эштәрҙе башҡарыу -- ирекле янғын һүндереү командаһының бурысы булып тора. Уларҙың иңендә ауылдаштарының ғүмерен һәм сәләмәтлеген, милкен һәм тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ ята.
--Һәр яҡлап әүҙем төркмәндәргә эштәрендә уңыштар теләйем! –тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Ф.Әминев.--Тағы ла бер тапҡыр район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Уяу булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар