Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 13:00

Цивилизация Әбешкә лә етте

Хәйбулла районының Әбеш ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты эшләй башланы. Социаль объектты асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов ҡатнашты.

Хәйбулла районының Әбеш ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты эшләй башланы. Социаль объектты асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов ҡатнашты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медик-санитар ярҙамдың беренсел звеноһы системаһын үҫтереү” программаһына ярашлы үҙ ишектрен асҡан фельдшер-акушер пункты заманса йыһазландырылған.
--Район үҙәгенән алыҫта ятҡан төбәктә бындай медицина учреждениеһы булырға тейеш. Һәр кем урында сифатлы медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡлы. Яңы медицина объекты төпкөлдә демографик хәлде яҡшыртыуға, үлем осраҡтарын кәмтеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам,--тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тантанала.
Рөстәм Динислам улы фельдшер-акушер пунктын сафҡа индереүгә булышлыҡ иткән өсөн республиканың һаулыҡ һаҡлау министры М.В.Забелинға ҙур рәхмәт белдерҙе.
#нацпроекты#миллипроекттар