Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 12:00

Кәрәкле һөнәр эйәһе

Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы медицина учреждениеһында хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәр менән таныштырыуын дауам итә.Сираттағы табип-- Бахтовар Зиёвидинович Миршарифов дауаханала хирургтар сафын арттырҙы.

Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы медицина учреждениеһында хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәр менән таныштырыуын дауам итә.
Сираттағы табип-- Бахтовар Зиёвидинович Миршарифов дауаханала хирургтар сафын арттырҙы. Бахтовар Зиёвидинович 2017 йылда Абуали ибни Сино исемендәге Тажик дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2018 йылда хирургия буйынса йыллыҡ интернатура үткән. Башҡортостандың Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһында тәжрибә туплаған. 2020 йылдың 7 сентябренән Сибай үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә табип-хирург булып эшләй.
Йәш белгескә еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар