– Коронавирус пандемияһы бөтә донъялағы кеүек үк, Рәсәйҙе лә иҡтисад ауырлыҡтарына юлыҡтырҙы, төрлө йүнәлештәрҙәге етештереү сәнәғәтен туҡтатырға мәжбүр итте. Сауҙа, халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһен бөтөнләй тиерлек туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Был, әлбиттә, эшһеҙлек кимәлен үҫтерҙе. Эшһеҙ ҡалғандарға дәүләт ярҙамы әле лә күрһәтелә. 2021 йылдың аҙағына тиклем эшһеҙлек кимәлен мөмкин тиклем кәметергә тейешбеҙ,– тине ил башлығы үҙ сығышында.
Владимир Путин, предприятие, ойошмалар эштәрен тергеҙеүгә ҡарамаҫтан, был өлкәлә алға китештәр булмауын билдәләне. Мәшғүллек өлкәһе хөкүмәт кимәлендә контролгә алынасағын белдерҙе.