Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 11:47

"Зәңгәр яғыулыҡ" бушлай

Президент В.В.Путин был эште Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарына йөкмәтте.

Президент В.В.Путин Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарына "Газпром" йәмғиәте менән берлектә 2024-2030 йылға тиклем граждандарҙы "зәңгәр яғыулыҡ" селтәренә бушлай тоташтырыу юлдарын табыу һәм рәсәйлеләргә газ биреү стандарттарын булдырыу бурысын йөкмәтте.
Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Ҡурған, Төмән, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләрендә шәхси йорт янына тиклем бушлай газ торбаларын һуҙыу проекты эш башлай. Төбәктәрҙә яғыулыҡ селтәрҙәренең төҙөк булыуы һәм осһоҙ яғыулыҡ-энергетика балансы менән эшләргә әҙер булыуҙары эште тиҙләтәсәк.
#ВВПУТИН