Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды үткәргән “Яңы заман өсөн ҡеүәтле идеялар” форумына әҙерлек нигеҙендә idea.asi.ru крауд-платформаһына тәҡдим ителгән идеялар һаны буйынса төбәктәр рейтингында өсөнсө урын яуланы.
Республика халҡы иҡтисадты, социаль һәм технологик өлкәләрҙе үҙгәртеп ҡороу, үҫтереү буйынса 540-тан ашыу тәҡдим индергән. Алдынғы өс төбәк иҫәбенә шулай уҡ беренсе урынға лайыҡ булған Мәскәү төбәге (1802 идея) һәм икенсе урындағы Түбәнге Новгород өлкәһе (708 тәҡдим) инә. Башҡортостандан иң көслө рейтинг проекттары араһында “ЕВНАТ” компанияһының генераль директоры Екатерина Тузовскаяның нефть эшкәртеү заводтарында яһалма интеллектты ҡулланыу тәҡдиме лә бар. Үҙенсәлекле технология нефтте оҙағыраҡ һаҡлау, резервуарҙағы сеймалды юғалтыуҙы 98 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
"Әүәлгесә сәнәғәттең нефть, нефть химияһы һәм химия, авиация тармағы Башҡортостан иҡтисады өҫтөнлөктәрен тәшкил итә. Бөгөн беҙ республиканың үҫеш йүнәлештәрен билдәләйбеҙ, яңы тармаҡтарҙың ҡеүәтен мөмкин тиклем нығыраҡ асырға ниәтләйбеҙ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Башҡортостан сеймал төбәге генә түгел, ул бөтә ил күләмендә нефть эшкәртеү секторы рентабеллеген арттырырлыҡ, экологияға зарарлы баҫымды кәметерлек юғары технологиялы интеллектуаль тәҡдимдәр индерә ала".
Конкурста ҡатнашыусылар https://idea.asi.ru крауд-платформаһында 12,4 меңдән ашыу идея урынлаштырған. Бәйгеселәр араһында ябай граждандар ҙа, төп тармаҡ эксперттары ла, төбәк башлыҡтары ла, танылған эшҡыуарҙар ҙа бар. Иң яҡшы 100 идея һәм проект авторҙары үҙҙәренең эшләнмәләре менән Сочиҙа уҙғарылған “Яңы заман өсөн ҡеүәтле идеялар” форумында таныштыра. Еңеүселәргә сараны ойоштороусыларҙан һәм уның партнерҙарынан ярҙам күрһәтелә, проекттары ил төбәктәрендә таратыу өсөн “Смартека” платформаһында урынлаштырыла.
#нацпроекты#миллипроекттар