Документ Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттарын, республиканың конкурентлыҡ ҡеүәһен, инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыуҙы, халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙы тәьмин иткән өҫтөнлөклө милли, федераль, тармаҡ һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән берлектә эш итеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, яҡтар республикала заманса банк технологияларын ғәмәлгә индереүҙе, банк инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итергә, сәнәғәт комплексын инновациялы үҫтереү, предприятиеларҙы техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, яңыртыу буйынса берлектәге инвестиция программаларында ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ муниципалитеттарҙы, ойошмаларҙы һәм граждандарҙы кредитлау системаһын үҫтереү йәһәтенән дә пландар бар.