Рәсәй Президенты В.В.Путин премьер-министр Михаил Мишустиндың сентябрҙә эшһеҙлек пособиеһының күләмен арттырыу идеяһын хупланы. Был коронавирус киҙеүе арҡаһында эшһеҙ ҡалған граждандарға бер аҙ ярҙам буласаҡ. Тимәк 18 йәштән кесерәк балалары булған ата-әсәләргә эшһеҙлек буйынса пособиеға ҡушып һәр балаға 3 мең һум түләнәсәк. Бының өсөн бюджеттан 8,5 млрд. һум аҡса бүленә. Уны 2,8 миллион граждан аласаҡ.