Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 16:15

Яраттарға ҙур бүләк

300-ҙән ашыу халҡы булған Ярат ауылы өсөн был яңы ФАП ысынлап та ҙур бүләк. Хәҙер уларға 46 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй: яңы медицина учреждениеһында бар уңайлыҡтар булдырылған. Ауыл фельдшеры Динә Ҡунысбаева күптән инде хирург та, травмотолог та, педиатр ҙа булып бөткән. Ауыл халҡының һәм урындағы фермерҙың смета-проект документтары өсөн кәрәкле сумманы үҙҙәре йыйыуы, халыҡтың тап үҙенән инициатива сығыуы бик мөһим. Ярат халҡына, шул иҫәптән бөтә Башҡортостанда йәшәүселәргә ауырымаҫҡа, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйем. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн барынса ярҙам итәсәкбеҙ, -тип яҙған үҙенең сәхифәһендә төбәк Башлығы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районына килеүен хәбәр иткәнек. Ул Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты, ауыл халҡы менән осрашты.
Ярат ауылында ФАП төҙөү эштәре үткән йылдың октябрь айында уҡ башлана. Проект-смета документтарын әҙерләү ауыл халҡы йыйған аҡсаға һәм эшҡыуар Мырҙаҡаевтың бағыусылыҡ ярҙамына эшләнелә. Объекттың дөйөм хаҡы- 3,27 миллион һум. Яраттарҙың шатлығын Радий Хәбиров та уртаҡлашты, уларҙың һау-сәләмәт йәшәүҙәрен теләне. Әйткәндәй, Яратҡа тәүге тапҡыр республика етәкселеге вәкилдәре килгән, шуға күрә ауыл халҡы хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы.
«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар. Хәйерле көн, хөрмәтле баймаҡтар! Күптән бында килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә килдем, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға бында проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан тағы ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Бөгөн матур итеп ФАП-ты асайыҡ. Аҙаҡтан, бөгөн мин бында көн буйы эшәйем, һорауҙар булһа, әйҙәгеҙ бергәләп һөйләшеп алайыҡ. Һеҙҙе бөгөн ҡотлайым, ҙур рәхмәт!» — тине үҙ башҡортса сығышында Радий Фәрит улы.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты 295 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 119-е- оло йәштәгеләр, 52-е- балалар.
“300-ҙән ашыу халҡы булған Ярат ауылы өсөн был яңы ФАП ысынлап та ҙур бүләк. Хәҙер уларға 46 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй: яңы медицина учреждениеһында бар уңайлыҡтар булдырылған. Ауыл фельдшеры Динә Ҡунысбаева күптән инде хирург та, травмотолог та, педиатр ҙа булып бөткән. Ауыл халҡының һәм урындағы фермерҙың смета-проект документтары өсөн кәрәкле сумманы үҙҙәре йыйыуы, халыҡтың тап үҙенән инициатива сығыуы бик мөһим. Ярат халҡына, шул иҫәптән бөтә Башҡортостанда йәшәүселәргә ауырымаҫҡа, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйем. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн барынса ярҙам итәсәкбеҙ”, -тип яҙған үҙенең сәхифәһендә төбәк Башлығы.
Радий Хәбиров халыҡ менән осрашҡандан һуң бер нисә күрһәтмә бирҙе. Улар араһында ауылды "зәңгәр ут" ҡа тоташтырыу, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл төҙөү, яңы ФАП-ҡа дарыуҙар һатыуға лицензия алыу, Күгиҙел ауылында ағымдағы йылда уҡ яңы ФАП төҙөүҙе башлау кеүек мәсьәләләр ингән
Артабан Радий Хәбиров Күсей, Темәс ауылы халҡы менән осрашасаҡ.
Кәримә Усманова.
Фото: Олег Яровиков.