Шулай уҡ әңгәмә барышында В.В.Путин мартта уҙғарған саммитта әйтелгән Сәғүд Ғәрәбстаны менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн медицина ҡорамалдары һәм препараттар менән алмашыуға «йәшел коридор»ҙар булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Донъя иҡтисадында ярайһы эҙ ҡалдырған коронавирус киҙеүенең насар эҙемтәләрен бергәләп еңеүгә көс һалыу тураһында ла фекер алыштылар. Сауҙа-иҡтисад һәм инвестиция өлкәһендәге бәйләнеште нығытыу – әңгәмәнең төп темаларының береһе булды.