Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 17:50

Тәмле лә, файҙалы ла

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеп һәм ҡымыҙ етештереүсе фермер Фирҙәүес Хәлимов менән осрашты. Эшҡыуар киләсәктә мал һуйыу пункты менән берлектә ит продукцияларын эшкәртеү цехы төҙөргә планлаштыра. "Хәләл" тамғаһы менән сығасаҡ ит ризыҡтарын йылҡы һәм һыйыр итенән етештереү ҡарала. Төҙөлөштөң хаҡы яҡынса 15 миллион һум күләмендә баһалана.

Радий Хәбиров фермерҙың башланғысын хупланы. Башҡортостанда техника һәм ҡоролмалар һатып алыуға, шулай уҡ мал һуйыу пункты төҙөү өсөн дә сығымдарҙың яртыһын субсидиялау буйынса республика программалары эшләүен билдәләне һәм уның менән файҙаланырға кәңәш итте.
Фирҙәүес Хәлимов оҙаҡ йылдар нефтсе булып эшләгән, аҙаҡ тыуған төйәгенә ҡайтып фермерлыҡ эшенә тотонған, 2015 йылда үҙ хужалығын булдырған.Бөгөн фермерҙың 305 баш йылҡы малы бар, шуның 174-е һауын бейәләре. Шулай уҡ ферма, һауын бинаһы, һөт эшкәртеү цехы бар. Радий Хәбиров та ул етештергән ҡымыҙҙы эсеп ҡарағас, уның яҡшы сифатлы икәнен билдәләне.
-Тәмле лә, файҙалы ла,-тине төбәк Башлығы.
Кәримә Усманова.
Читайте нас: