Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 00:50

Шайморатов исемендәге кластар булдырылды

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды.

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Кластар Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты, Өфөнөң 44-се һәм 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәптәрендә барлыҡҡа килде. Был мәктәптәрҙә Шайморатов генералға арналған кабинет-музейҙар эшләнәсәк. Шайморатов кластарында уҡығандар өсөн берҙәм мәктәп формаһы индереү планлаштырыла, юғары уңыштар өсөн балаларҙы “Йәш шайморатовсы” значогы менән бүләкләйәсәктәр.
Шайморатов исемендәге кластарға уҡыусыларҙы ҡабул итеү, юл картаһына ярашлы, 2020 йылдың авгусында тормошҡа ашырылған. Кластарҙың педагогтары өсөн һөнәри тренингтар ойошторола. Тантаналы рәүештә “шайморатовсы” тип таныу Республика көнөндә - 11 октябрҙә булыр, тип планлаштырыла.
Кластарҙы булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү менән БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге ведомство-ара координация төркөмө шөғөлләнә. Ҡарарҙа Шайморатов кластарын булдырыу буйынса саралар исемлеге лә бар. Уның менән
https://npa.bashkortostan.ru/29027/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.