Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районына килде. Ул Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты, ауыл халҡы менән осрашты. Әлеге ваҡытта Радий Хәбиров Күсей ауылы халҡы менән осраша. Күсейҙәр үҙҙәрен йылдар дауамында борсоған юл проблемаһын хәл итеүгә ярҙам һораны, шулай уҡ ауыл янындағы алтын ҡаҙыу эше буйынса ла күп кенә һорауҙар күтәрелде.