АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 12:00

Әлегә хаҡтарҙа үҙгәреш юҡ

1 сентябрҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта тиһәләр ҙә был айҙа түләү үҙгәрешһеҙ ҡала.

1 сентябрҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта тиһәләр ҙә был айҙа түләү үҙгәрешһеҙ ҡала. Хөкүмәт вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, сентябрҙә хаҡтар артҡан квитанциялар килмәйәсәк. Республика етәкселеге фекеренсә, был мәсьәләне тәүҙә аҙағына тиклем эшләп еткерергә кәрәк.
Тик төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтөп тә тормай ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуя ла башлаған. Әле “дөрөҫ булмаған” квитанцияларҙы компания кире ҡайтарта.
Кисә, 7 сентябрҙә, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы хаҡтар әйтелде: Өфөләге “САХ” муниципаль предприятиеһы күп фатирлы йорттар өсөн бер кешенән 75 һум һәм шәхси йорттар өсөн 76 һум хаҡ билдәләгән, "Дюртюлимелиоводстрой" – күп фатирлы йорттар өсөн 96 һәм шәхси йорттарға 77 һум, “Экосити” – күп фатирлы йорттарға 94 һәм һәм шәхси йорттар өсөн 96 һум, “Экология Т” – күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә 95 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн 96 һум.
Билдәле булыуынса, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәгәндәр бер кеше өсөн 70 һум һәм шәхси секторҙа 35-70 һум түләй ине.
"Билдәләнгән ошо хаҡтар сик булып тора, һәм әлегә халыҡҡа был квитанцияларҙы ебәрмәй торалар, – тине Борис Беляев. – Радий Фәрит улы фекеренсә, тәүҙә төбәктә сүп-сар реформаһы торошон яҡшыртырға кәрәк".
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәлде анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушылды. Яңы хаҡтар буйынса һуңғы ҡарар 14 сентябрҙә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә билдәләнергә тейеш.
Читайте нас: